+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 21:20

Башҡортостан оло һыуға әҙерләнә

Район һәм ҡалаларҙа ташҡынға әҙерлек саралары күрелә

Быйыл яҙғы ташҡын иртәрәк булыуы көтөлә. Йылға-күлдәрҙә айырым урындарҙа һыу запасы норманан күберәк, шуға үҙәндәрҙә түбән урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал. Район һәм ҡалаларҙа ташҡынға әҙерлек саралары күрелә. Махсус комиссиялар төҙөлгән, оператив хеҙмәттәр һәм ойошмалар күнекмәләр үткәрә һәм техникаһын барлай.
Республикала 500-гә яҡын быуа һәм күл иҫәпләнә. Әле райондарҙа 61 һыу ятҡылығы хужаһыҙ ҡала, 42 гидротехник ҡоролма торошон комиссия өҫтәмә тикшерергә тейеш.
Читайте нас: