-3 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 13:00
Яҡындары Илгизәрҙе эҙләүҙә ярҙам итергә саҡыра
Иғтибарлап ҡарағыҙ, бәлки, берәй ерҙә күргәнһегеҙҙер?
2019 йылдың 19 сентябрендә үк эҙһеҙ юғалған 37 йәшлек Илгизәр Минәжевтән (Саҡмағош районы) һаман бер төрлө лә хәбәр булмауы бына инде ярты йыл уның яҡындарын көсөргәнештә тота, ғазап уттарында яндыра.
Бер туғанының һөйләүенсә, ирҙең эштә кем менәндер низағлашыуы тураһындағы мәғлүмәт уларҙы ҙур хафаға һалған. "Ул юғалған көндө эскән ине, тиҙәр. Быныһы тураһында бер ни ҙә әйтә алмайым. Үҙе былай тыныс кеше, себенгә лә теймәҫ. Эскән ваҡытында ул телефонын ҡулына бөтөнләй алмай, шуға ла юғалаһы көндө танышына таңғы сәғәт 4-тә Туймазыға китеүе хаҡында смс-хәбәр яҙыуы бик ныҡ ғәжәпләндерҙе.
Туймазыла, ысынлап та, уның апаһы бар, әммә ул унда бармаған. Һәм тағы ла бер сәйер хәл: бергә эшләгән егет дөйөм ятаҡтан Илгизәрҙең әйберҙәрен барып алған, йыуған, ҡалғандары шунда уҡ эш ҡоралдарын бүлешеп алып бөткән. Әйтерһең дә, уның ҡабат әйләнеп килмәҫен белгәндәр. Юғалыр көндө Илгизәр Фидан исемле танышына шылтыратҡан, ә ул был турала ләм-мим. Беҙ уны һәм туғаныбыҙҙың кейемдәрен йыуыусыны ялғанлауҙы асыҡлаусы детекторҙа тикшереүҙәрен теләйбеҙ. Әле нимә эшләргә лә белмәйбеҙ. Хатта күрәҙәсе бабайға барып ҡараныҡ, ул Илгизәр ағасҡа бәйләп ҡуйылған, тине. Бәләкәй ҡыҙы көн дә атаһының ҡайҙалығын һәм ҡасан ҡайтырын һораша. Быны күреү шул тиклем ауыр, был тойғоно һүҙ менән генә һөйләп аңлатырлыҡ түгел".
Яҡындары кеше яҙмышына битараф булмағандарҙы Илгизәрҙе эҙләүҙә ярҙам итергә саҡыра. Өйҙә уны ҡатыны һәм бәләкәй ҡыҙы өмөтләнеп көтә. Фотоға иғтибарлап ҡарағыҙ, бәлки, берәй ерҙә күргәнһегеҙҙер?
Фото: "Лиза-Алерт" эҙләү отрядынан.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?