+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 18:15

"Йыл уҡытыусыһы - 2020" титулы кемдә?

Конкурс бик көсөргәнешле барҙы.


Бөгөн Өфөлә "Торатау" Конгресс-холында "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2020" республика һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2020" конкурстарын ябыу тантанаһы үтте.

Унда республикабыҙҙың башланғыс класс, сит телдәр, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле һәм әҙәбиәте, физкультура, химия, биология, математика, физика уҡытыусылары ҡатнашты.

Конкурс һынауҙары буйынса абсолют еңеүсе исеменә Өфө ҡалаһының 95-се мәктәбенән биология һәм химия уҡытыусыһы Фидан Ғафаров лайыҡ булды. Бынан тыш, ул баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы тип танылды. Хәҙер педагог "Йыл уҡытыусыһы-2020" Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡларға тейеш.

Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы мәктәбе уҡытыусыһы Нәзилә Низамова. Татар теле уҡытыусылары араһында — Ғәлиә Баязитова (Нефтекама).

Башҡортостандың йәш йыл уҡытыусыһы тип Өфөнән Мария Ширшова танылды. Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте исемен Өфө ҡалаһының 56 - сы лицейынан Дамир Шәмсетдинов алды. Сухомлинский миҙалына Благовещен ҡалаһынан Светлана Кокряцкая һәм Өфө ҡалаһынан Айһылыу Сирбаева лайыҡ булды.

"Тамашасы һөйөүе" номинацияһында абсолют еңеүсе - Римма Тимербулатова.

Автор фотоһы.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас: