– Йәмәғәт палатаһы ғаилә һәм балаларға ҡағылышлы мәсьәләләргә төп иғтибар йүнәлтте, – ти Ольга Панчихина. – Шулай уҡ граждандарҙың социаль хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу, хеҙмәт кешеһенә ихтирам һәм башҡа көнүҙәк тип һаналған мәсьәләләр буйынса ла тәҡдимдәр яһалды. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында ла байтаҡ тәҡдимдәр йыйылғайны, уларҙың барыһын да Рәсәй Йәмәғәт палатаһына тапшырҙыҡ.