+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 18:10

Ҡар күп. Ташҡын ниндәй булыр?

Әҙерлек эштәре башланды

Башҡортостанда яҙғы ташҡынды аварияларһыҙ уҙҙырыу өсөн әҙерлек эштәре башланды.
Был хаҡта республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
«Хакимиәт башлыҡтарына яҙғы ташҡынды аварияларһыҙ уҙҙырып ебәреү өсөн әҙерлек планын төҙөргә, ташҡын ҡурҡынысы булған ваҡытта ҡаршы тораһы көстө һәм сараларҙы ойошторорға, гидротехник ҡоролмаларҙың һәм кәрәк була ҡалһа, хәбәр таратыу системаһының төҙөклөгөн тикшереп торорға тәҡдим итәбеҙ», - тине ул.
Быйыл ҡар күп. Йылғалар һәм һыуһаҡлағыстарҙың тулышып китеүе бар. Шуға алдан әҙер булырға тейешбеҙ.
Читайте нас: