+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 18:20

Башҡортостан Башлығы грантына конкурс башланды

Ул дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға йүнәлтелгән.

2020 йылдың 19 мартында Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Башҡортостан Башлығы грантына конкурс башланы. Ул дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға йүнәлтелгән.
Конкурста коммерция булмаған ойошмалар, дәүләт һәм муниципаль бюджет учреждениелары ҡатнаша ала. Унда республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән проекттар тәҡдим иткән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ойошмалар ҡатнашырға хоҡуҡлы.
Проекттар тематикаһы:
  1. Рәсәй Федерацияһында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен һәм сәнғәтен пропагандалау.
  2. Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға йүнәлтелгән яңы мәҙәни, ғилми проекттар булдырыу.
  3. Рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен уҡытыу ысулдарын ҡарау.
  4. Республиканан ситтә башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау.
  5. Халыҡ-ара, мәҙәни һәм ғилми бәйләнештәрҙе нығытыу, туған телдәрҙе уҡытыу өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу.
  6. Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға, республиканың үҫешенә һиҙелерлек өлөш индергән күренекле шәхестәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү.
  7. Конкурсты финанслауҙың дөйөм суммаһы - 50 млн һум.
    Заявкалар электрон рәүештә grant. openrepublic.ru сайтында “Конкурстар” бүлегендә 2020 йылдың 7 апреленә тиклем ҡабул ителә.
    Белешеү өсөн телефон: +7(347) 218-16-82.
    Читайте нас: