-13 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
18 Марта 2020, 12:25

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек бар һәм тағы ла кәмендә ярты йылға етәрлек

Башҡортостанда коронавирус тирәләй ығы-зығыға бәйле ҡарабойҙай һәм бакалеяға хаҡ артмай

Магазиндарҙа ҡарабойҙай һәм бакалея продукцияһы кәштәләре бүлеү селтәрҙәренең уларҙы ваҡытында тулыландырып өлгөрмәүе сәбәпле бушай. Башҡортостанда аҙыҡ-түлек бар һәм тағы ла кәмендә ярты йылға етәрлек. Коронавирус инфекцияһының таралыуын булдырмау буйынса брифингта Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев үрҙә әйтеп үтелгән продукттарға хаҡ артмаҫҡа тейешлеген билдәләне.
«Алдан хәүефләнергә кәрәкмәй, — тип тынысландырҙы Гусев. – Бөгөн беҙҙә еләк-емешкә һәм йәшелсәгә бер аҙ хаҡ артҡан (был миҙгелгә бәйле), ләкин бакалея төркөмө ҡиммәтләнмәгән. Мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы аҙнала хаҡ артыу теркәлмәгән».
Белгестәр ҡарабойҙай, макарон, дөгө һәм башҡа ярмалар һатып алырға ашыҡмаҫҡа кәңәш бирә. Республикала ошондай продукттар запасы бар.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в