+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 16:15

Башҡортостанда яҙғы каникулдар 6 апрелгә тиклем оҙайтылды

Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн

Башҡортостанда уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары 6 апрелгә тиклем оҙайтылды. Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ошондай ҡарар ҡабул итте.
Республиканың дөйөм белем биреү учреждениелары 23 марттан 30-ына тиклем каникулға сығырға тейеш ине.
Бынан алда «Башинформ» республикала коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимы индереүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.
Республика етәксеһе Мәғариф министрлығына уҡытыусылар колллективын дистанцион уҡытыу варианттарына әҙерләргә ҡушты. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына белем биреүҙе дистанцион режимға күсереү бурысы йөкмәтелде.
Читайте нас: