+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 19:40

Башҡортостан агросәнәғәте продукцияһы сит ил компанияларында ҡыҙыҡһыныу уятты

«Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү»

Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында үткән AgriTek&FarmTek Astana 2020 15-се Махсуслаштырылған халыҡ-ара күргәҙмәһендә алты башҡорт компанияһы үҙ продукцияһын тәҡдим итте.
Бындай күләмле сарала республика бизнесмендары «Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү» төбәк һәм Владимир Путин раҫлаған «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекттары ярҙамында ҡатнаша алды.
Башҡортостан эшҡыуарҙары күргәҙмәлә юғары технологиялы мал аҙыҡтары, биопрепараттар, минераль ашламалар, шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡоролмалары күрһәтелгән коллектив стенд тәҡдим итте.
Күргәҙмә сиктәрендә Ҡаҙағстанға һәм Төркиәгә сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ, малсылыҡ өсөн продукция, минераль ашламар поставкалау тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. Шулай уҡ мөһим осрашыу сиктәрендә Башҡортостан компанияларының Ҡаҙағстан баҙарына сығыу мөмкинлеге ҡаралды. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар республикабыҙҙың экспортҡа сығыу мөмкинлектәренә лайыҡлы баһа бирҙе.
Илһөйәр Кәримова.
Читайте нас: