+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 14:45

Башҡортостан умартасылары съезы

Съезд эшендә Дәүләкән районы делегацияһы составында умартасылар В.Н. Крысов, Р.С. Насиров һәм З.Х Байбулатов ҡатнашты.

14-15 мартта Өфө ҡалаһының Конгресс-холында Башҡортостан умартасыларының II төбәк съезы үтте. Конгресс-холдың фойеһында тармаҡҡа бағышланған бай күргәҙмә ойошторолдо. Унда етештереүселәр һәм ғалимдар бал ҡорттары өсөн заманса препараттар, инвентарҙар һәм башҡа материалдар тәҡдим итте. Ветеринарҙар дөйөм иғтибарға күсмә лаборатория урынлаштырҙы.
Съезд эшендә Дәүләкән районы делегацияһы составында умартасылар В.Н. Крысов, Р.С. Насиров һәм З.Х Байбулатов ҡатнашты.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов үҙенең сығышында был сараны миҙгел башланыр алдынан үткәреү яҡшы йолаға әйләнеүен билдәләп китте. Съезда йыл буйына йыйылған көнүҙәк мөһим мәсьәләләр ҡарала. Артабан миҙгел дауамында ошоға бәйле бурыстар хәл ителә. Хоҡуҡи-норматив акттар ҡарала, өҫтәмә субсидиялар бүленә. Көҙөн иһә умартасылар тағы ла бер тапҡыр йыйыла, тик был юлы инде фестивалгә һәм унда улар төбәктә йәшәүселәргә сифатлы, яҡшы башҡорт балын һәм умартасылыҡтың башҡа продукцияһын тәҡдим итә.
Пленар ултырыш барышында 2021 йылдың иң мөһим ваҡиғаһы – Башҡортостанда үтәсәк 47-се Халыҡ-ара Апимондия Конгресына һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһенә әҙерлек барышы ҡаралды.
Съезд барышында үткәрелгән «түңәрәк өҫтәл»дәр эшендә төбәктең төп баллы үҫемлеге һаналған йүкәләрҙе һаҡлап ҡалыу, урман фонды ерҙәрендә умарталар өсөн участкалар бүлеү темалары буйынса фекер алыштылар. Умартасылар һуңғы ваҡыттарҙа актуаль булған умарта күстәрен пестицидтар ҡулланыуҙан һаҡлау, бал ҡорттары ағыуланғанда ярҙам күрһәтеү тәртибе, шулай уҡ умартасылыҡ продукттарын эшкәртеү, һатыу, экспортлау бурыстарын да урап үтмәне.
15 мартта умартасылар урындағы урман популяцияһы ҡорттарын һаҡлау, «Алтын Солоҡ» программаһы, киң матбуғат саралары менән берлектә дөрөҫ эш итеп, тармаҡты популярлаштырыу мәсьәләләрен ҡараны.
2020 йылда Башҡортостанда 900 таҙа тоҡомло ҡарағусҡыл урман бал ҡорттары күстәрен сығарыу планлаштырыла. Был проект 2019 йылда бойомға ашырыла башланы. «Алтын Солоҡ» дәүләт тәбиғәт заказнигы территорияһында умартасылар таҙа тоҡомло урман ҡорттарының (уларҙы шулай уҡ абориген тоҡом тип тә атайҙар) 300 күсен булдырҙы. Заказник территорияһында эре тоҡомсолоҡ умарталығы сығарыу идеяһы заман талабы булып тора. Проекттың мәғәнәһе шунда: «Алтын Солоҡ» заказнигында генетик яҡтан таҙа тоҡомсолоҡ материалы булдыралар, артабан ул Башҡортостан умартасыларына һатыла. Бер үк ваҡытта дәүләт сығымдарҙың яртыһын субсидиялай. Шулай итеп, Башҡортостан умартасыларын Рәсәй урта һыҙаты ҡорттары – ҡарағусҡыл урман Бөрйән ҡорттарын үрсетеүгә ылыҡтырыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта республика умарталыҡтарында көньяҡ тоҡомло төркөмгә ҡараған бал ҡорттары бар.
Проектты тормошҡа ашырыуҙың тәүге этабында тик ике генә умартасы ҡатнашһа, 2020 йылдың умартасылыҡ миҙгелендә иһә уларҙың һаны 30-ға етер тип көтөлә.
2019 йылда ғалимдар ҡорттарҙың генетик портретын билдәләү өсөн Башҡортостан умарталыҡтары 1860 материал пробаһы алды, 90 мең гектар майҙанда 1250 солоҡ умартаһын тикшерҙе. Был эш 2020 йылда ла дауам итәсәк. Генетик анализдар умартасылар өсөн бушлай үткәрелеүен дә билдәләп китергә кәрәк.
Умартасылар йүкәләрҙе ҡырҡыуҙы тыйыу һәм баллы үҫемлектәрҙе тик санитар ҡырҡыуҙы ғына рөхсәт итеү үтенесе менән депутаттарға мөрәжәғәт итте. Бөтә был саралар башҡорт ҡорттарының бал нигеҙен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухарев календарҙа Умартасылар көнө булдырырға, шулай уҡ федераль кимәлдә «Умартасылыҡ тураһында» закон ҡабул итергә тәҡдим индерҙе.
Съезд резолюцияһына мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында һәм мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың туҡланыу рационына бал индереү тәҡдиме лә кертелде.
Сергей Александров.
Читайте нас: