Онлайн тауыш биреүҙә еңгән ауылға Республика башлығы Радий Хәбиров Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Презентация яҡлағандан һуң, 47 ауыл араһынан 15-е финалға сыҡты. Финалистар араһында ярыш интернет тауыш биреү аша дауам итте. Интернет ҡулланыусылар иң яҡшыһы тип Дәүләкән районы Иҫке Көрмәнкәй ауылын һайланы! Ҡотлайбыҙ!
Дәүләкәндәр “Интернет-конкурс еңеүсеһе” махсус призына лайыҡ.
Иҫке Көрмәнкәй ауылына финалист дипломы, 25000 һумлыҡ сертификат һәм балалар майҙансығы алыу өсөн 200000 һумлыҡ йәнә бер сертификат тапшырыла.