+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 12:25

Каникул мәлендә мәктәп уҡыусыларына халыҡ күпләп йөрөгән урындарға йөрөргә кәңәш ителмәй

6 апрелдән уҡыусылар дистанцион белем биреүгә күсерелә

Иҫкәртеүҙәрҙе йәш быуынға еткереү өсөн ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барыласаҡ. Был турала бөгөн кис үткән брифингта Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, каникул тамамланғандан һуң, 6 апрелдән уҡыусылар дистанцион белем биреүгә күсерелә. Быға бәйле, республика уҡытыусыларына мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә белемдәрен камиллаштырыу талап ителә.
Һуңғы мәғлүмәт буйынса, төбәктә раҫланған коронавирус инфекцияһы теркәлмәгән. Шулай ҙа мәкерле сиргә шикләнеп, стационарға һалыныусылар һаны тағы ла берәүгә артып, 49-ға кешегә еткән.
Читайте нас: