+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 17:50

Рәсәй Конституцияһына һаулыҡ һаҡлау буйынса мөһим төҙәтмәләр индерелә

Римма Үтәшева төҙәтмәләр тураһында һөйләне

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Римма Үтәшева “Башинформ” агентлығына Рәсәй Конституцияһына индереләсәк төҙәтмәләр тураһында һөйләне.
“Иң беренсе сиратта мин үҙебеҙҙең һаулыҡ һаҡлау тураһында әйтергә теләйем. Мөһим төҙәтмә индерелде: медицина ярҙамы түләүһеҙ, сифатлы, һәр кем ала алырлыҡ булырға тейеш. Конституцияның элекке редакцияһында был хаҡта әйтелмәгәйне, әле төҙәтмәләр индерелде”, - тип билдәләне ул.
Депутат билдәләүенсә, бының өсөн шарттар булдырыласаҡ.
“Йәнә мине ҡыуандырғаны шул, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн шарттар булдырырға. Беҙ, врачтар, уҡыған саҡта бер ай халыҡ араһына сығып лекциялар уҡый торғайныҡ. Әле ошо онотолдо. Уҡытыусылар, медиктар үҙҙәренең шәхси өлгөһөндә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаларға тейеш. Дөрөҫ туҡланырға кәрәк. Сәләмәт йәшәү рәүеше – Рәсәйҙең милли идеяһы”.
Депутат төҙәтмәләрҙең дөрҫ булыуын һәм улар өсөн тауыш бирәсәген белдерҙе.
“Башинформ”.
Читайте нас: