Был йәш әсәләрҙе төрлө медицина учреждениеларына ҡағыҙ сертификат тапшырыуҙан азат итәсәк. Әлеге ваҡытта Рәсәй социаль страховкалау фонды буласаҡ әсәйҙәргә йөклөлөк ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында, артабан бала табыу йорттарында, перинаталь үҙәктәрҙә, балаға бер йәш тулғансы балалар поликлиникаларында күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн түләй. Бының өсөн ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре менән тыуыу тураһында сертификатты күрһәтергә тейеш.