-12 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
20 Марта 2020, 11:55

Ауыл урамдарында ла юл яҡшы булырға тейеш

Ҡайһы юлдарҙа ремонт буласағы билдәле

Башҡортостан Хөкүмәте "Тыуған урам" комплекслы программаһын раҫланы. Уны ғәмәлгә ашырыуға 4,8 миллиард һум аҡса бүленә. Программа буйынса ауылдарҙың үҙәк урамдарына асфальт түшәлергә тейеш.
"Тыуған урам" 2020-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Проект буйынса халҡы 100-ҙән дә кәм булмаған тораҡ пункттарҙың ФАП, мәктәп, балалар баҡсаһы урынлашҡан урамдарына асфальт йәйеү күҙаллана.
Программаны төҙөүселәр белдереүенсә, 2024 йылға беҙҙә төбәк, муниципаль һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар оҙонлоғо һиҙелерлек артасаҡ.
Ҡайһы юлдарҙа ремонт буласағы билдәле. 41 районда урындағы юлдарҙы ремонтлаһалар, 48 районда - төбәк һәм муниципаль юлдар төҙөкләндерелә.
Был эштәр Рәсәйҙә Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты маҡсаттарына ирешеү өсөн башҡарыла.
Фото: "Башинформ".
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в