-13 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
20 Марта 2020, 16:50

Коммуналь хеҙмәттәрҙең эшселәренә битлектәрҙе бушлай бирергә тәҡдим иттеләр

Сүп-сарҙы сығарыу һәм сорттарға айырыу менән шөғөлләнгән коммуналь хеҙмәттәрҙең эшселәренә бушлай битлектәр һәм респираторҙар бирергә тәҡдим ителде. Был ҡалдыҡтар аша коронавирус йоҡтороу хәүефе менән бәйле, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.Башҡортостандың Экологтар союзы рәйесе Александр Веселов һүҙҙәренсә, медицина учреждениелары пациенттарынан барлыҡ ҡалдыҡтар коммуналь составҡа ебәрелә. «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһенә хәүеф янай, сөнки сүп-сар сығарған, сорттарға айырған һәм уны эшкәрткән белгестәрҙең зарарланыуы ихтимал», — тине Александр Веселов.Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров шәхси һаҡланыу сараларына мохтаж булған эшселәрҙең исемлектәрен төҙөүҙе һораны.http://www.bashinform.ru/news/1428017-v-bashkirii-predlozhili-vydavat-maski-dlya-rabotnikov-kommunalnykh-sluzhb-besplatno/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыТеги: коммуналь хеҙмәттәр

Сүп-сарҙы сығарыу һәм сорттарға айырыу менән шөғөлләнгән коммуналь хеҙмәттәрҙең эшселәренә бушлай битлектәр һәм респираторҙар бирергә тәҡдим ителде. Был ҡалдыҡтар аша коронавирус йоҡтороу хәүефе менән бәйле, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостандың Экологтар союзы рәйесе Александр Веселов һүҙҙәренсә, медицина учреждениелары пациенттарынан барлыҡ ҡалдыҡтар коммуналь составҡа ебәрелә. «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһенә хәүеф янай, сөнки сүп-сар сығарған, сорттарға айырған һәм уны эшкәрткән белгестәрҙең зарарланыуы ихтимал», — тине Александр Веселов.
Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров шәхси һаҡланыу сараларына мохтаж булған эшселәрҙең исемлектәрен төҙөүҙе һораны.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в