+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 11:30

Республикала ташҡынға әҙерлек бара

Ҡулланылған техниканың торошо тикшерелде

Баш ҡалала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡулланылған техниканың һәм штабтарҙың торошо тикшерелде. Һыу баҫыу ваҡытына гарнизонда 12 мең хеҙмәткәр, өс мең техника йәлеп итеү ҡаралған.
Һыуҙа йөҙә, ҡарҙа ла батмай. Ташҡын ваҡытында пластмасс гусеницалы вездеход ташҡын ваҡытында электр линияларын тикшереүҙә ҡулланыла.
«Өфө -Арена» алдындағы майҙанда ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында йәлеп ителгән техниканың ташҡынға әҙерлеге тикшерелә. Гидрокостюмдарға айырым иғтибар.
Ҙур һыу килә ҡалһа, ерҙән генә түгел, күктән дә эш алып барыу мөмкинлеге бар. Пилотһыҙ осоу аппараттары һыу баҫҡан ерҙәрҙе онлайн күҙәтеүгә тәғәйенләнгән.
Ә был кәмәләр Өфөнөң Кооператив яланын һыу баҫҡан хәлдә халыҡты ҡороға ташыу өсөн файҙаланыласаҡ. Ташҡынға ҡаршы штабта бейек ҡуңыслы итектәр, ҡотҡарыу жилеттары, аҙыҡ-түлек запасы – бөтәһе лә һыу туғыҙ метрға тиклем күтәрелеү осрағына әҙерләнелгән.
524 йортҡа һыу баҫыу ихтималы янай, уларҙа мең ете йөҙ тирәһе кеше йәшәй. Теркәлмәгән йорттар ҙа бар. Кәмәһе булмаған кешеләрҙе ташырға әҙербеҙ.
Зирьяна Ибраһимова, яһалма ҡоролмаларҙы йүнәтеү һәм хеҙмәтләндереү буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ хеҙмәткәре
Башҡортостанда ташҡынға ҡаршы 25 штаб эшләй, ваҡытлыса йәшәү өсөн 57 урын булдырылған.
Йәш балалы ғаиләләргә айырым бүлмәләр әҙер, хатта уйын бүлмәһе бар. Кәрәкһә медицина ярҙамы күрһәтеү ойоштороласаҡ.
Ваҡытлыса йәшәү пункты хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа бында ташҡын ваҡытында килеүселәр юҡ. Былтыр бер ғаилә бер төн ҡунып сыҡҡан. Йылғаларҙағы боҙ китеү һәм ташҡынға бәйле мәғлүмәттәр 25 марттан һуң билдәле буласаҡ.
Читайте нас: