«Минең өсөн РФ төҙәтмәләренә бәйләнгән «йүләрҙән һаҡлау», власҡа хатта монетаристар килгән осраҡта ла илебеҙ Хөкүмәтенең социаль йүнәлешен һаҡлау, үҙебеҙҙең геополитик мәнфәғәттәребеҙ һәм граждандарыбыҙ мәнфәғәттәре иҫәбенә беҙ донъя йәмәғәтселеге өсөн «уңайлы», ҡайһы ваҡыт хатта «ҡулай» партнерҙар булған кәмһеткес 90-сы йылдарҙан һаҡлау мөһим. Минең илем территорияһы бер нисек тә кәмемәҫкә, ә тик артырға ғына мөмкин. Путин булғанда һыныбыҙ турайҙы, әрмебеҙ яҡшырҙы, донъя аренаһында тауышыбыҙ сыҡты. Мең йыллыҡ Рәсәй проектында ҡалырға теләһәк, һәр ваҡытта һәм һәр кемгә мотлаҡ оҡшарға тырышыу бурысы юҡ», - тине Халыҡ фронты йәмғиәте штабы рәйесе, публицист Шамил Вәлиев.