+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 11:50

Янғындарҙа ике ир һәләк булған

Күп фатирлы йорттарҙың береһендә янғын сыға

Үткән тәүлектә республикала сыҡҡан янғындарҙа ике ир һәләк булған.
Ҡырмыҫҡалы районы Сәхәй ауылында кирбес йорттоң ағас төкәтмәһендә ут сыға. Шунда уҡ ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары һәм ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы килеп етә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 51 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.
Дәүләкән ҡалаһының күп фатирлы йорттарының береһендә сыҡҡан янғында 47 йәшлек ир кешенең ғүмере өҙөлә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ведомствоның тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүселәре янғындар сығыу сәбәбен асыҡлау буйынса тикшереү башлаған.
Фото Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы идаралығынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: