-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 12:20

Ағиҙел йылғаһы аша үткән яңы күперҙә төҙөлөш планға ярашлы бара

Ике күпер араһына өҫтәлмә ҡоролма төҙөү былтыр июлдә башланғайны

Һүҙ Өфөнөң көньяҡ йүнәлештәге Ағиҙел йылғаһы аша үткән яңы күпер хаҡында. Конструкциялар менән ҡытлыҡ булмаған осраҡта эшселәр объектты 2021 йылдың декабренә тапшырырға планлаштыра.
Ете терәүҙең дүртәүе әҙер. Ике күпер араһына өҫтәлмә ҡоролма төҙөү былтыр июлдә башланғайны. Эштәр «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Башҡортостан буйынса «Уралмостострой» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, төҙөү эштәре раҫланған график буйынса бара.
Теркәүҙәрҙең күп өлөшө әҙер. Тәүге өсәүһендә эш тулыһынса тамамланһа, 4-се,5-се һәм 6-сыһын яҡын арала эшләп бөтөргә күҙаллайбыҙ. Һуңғылары иң ауыр тип һанала, сөнки улар йылға эсендә урынлашасаҡ. Шулай уҡ эштәр ташҡын ваҡытына тура килә. Майҙа теркәүҙәргә буласаҡ ҡоролманың металл ялғауын ҡуйырға мөмкин буласаҡ.
Эшкә 200-ҙән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Самосвал, бульдозерҙар, йөк күтәреү крандары, быраулау ҡоролмалары йәлеп етерлек кимәлдә, заманса технологиялар ҡулланыла. Сөнки ике күпер араһында өҫтәлмә ҡоролма төҙөү – уникаль осраҡ, тип билдәләй белгестәр.
Яңы ҡоралманың оҙонлоғо 688 метр, киңлеге яҡынса 17 метр буласаҡ. Проекттың бюджеты 3 миллиард ярым һум. Аҡса республика бюджеты һәм ҡала ҡаҙнаһынан бүленә, шулай уҡ Федераль юл агентлығы финанс ярҙам күрһәтә.
Яңы күперҙә өс һыҙатлы юл һалынасаҡ: икәүһе – төрлө йүнәлештә, бер реверсив хәрәкәтле буласаҡ. Объект асылыу менән аркалы иҫке күпер реконструкцияға ябыласаҡ, тип билдәләнеләр ҡала хакимиәтенән.
Объект бик үҙенсәлекле, сөнки бер яҡтан 1956, ә икенсеһе 1993 йылда төҙөлгән күперҙәр бар. Йәмғеһе бында 11 һыҙат буласаҡ. Беҙ хатта, Мәскәүҙе лә уҙҙырабыҙ килеп сыға.
Әлфинә Килдейәрова.
Читайте нас: