-10 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
23 Марта 2020, 12:15

Башҡортостанда маршрутка водителдәре битлек кейеп йөрөргә тейеш

Барлыҡ аэропорт, тимер юл вокзалы, автобус, маршрут автобустары водителдәре өсөн ошондай режим индерелә

Дүшәмбе, 23 марттан, Башҡортостанда бөтә водителдәр һәм республика халҡы менән эшләгән башҡа транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн битлек режимы индерелә. Был хаҡта көн һайын уҙғарылған брифингта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Гилёв хәбәр итте.
«Барлыҡ аэропорт, тимер юл вокзалы, автобус, маршрут автобустары водителдәре өсөн ошондай режим индерелә», — тип билдәләне спикер.
Шулай уҡ дәүләт комитеты вәкиле ҡайтарып булмай торған билеттарға бәйле хәлгә асыҡлыҡ индерҙе. Бөгөн өҫтәмә түләүһеҙ һәм уның менән даталарҙы күсереү мәсьәләһе хәл ителә. Әлегә быға S7 авиакомпанияһы ғына ризалашҡан. «Аэрофлот» ошондай мөмкинлекте ҡарай. Ҡалған авиакомпанияларға («Победа», Red Wings, Урал һауа юлдары, Белавиа һәм Ютэйр) хаттар ебәрелгән.
Читайте нас в