+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 11:35

Карантин режимын боҙғандар язаһын аласаҡ!

Рәсәйҙәге һандарға килгәндә, коронавирус менән сирләүселәр һаны 367-гә тиң, 61 осраҡ – Мәскәүҙә.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында онлайн форматта ойошторолған сираттағы брифингта төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү маҡсатындағы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, яңы һандар аталды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әлеге ваҡытта стационар шарттарҙа коронавирус инфекцияһын йоҡтороу шиге аҫтындағы 54 кеше (шул иҫәптән дүрт бала) дауаланыуын белдерҙе.
Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостанда коронавирусҡа 1892 кеше тикшерелгән, береһендә лә инфекция асыҡланмаған.
Рәсәйҙәге һандарға килгәндә, коронавирус менән сирләүселәр һаны 367-гә тиң, 61 осраҡ – Мәскәүҙә.
Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып сит илдәрҙән ҡайтҡандан һуң йорттарында үҙаллы изоляцияла (карантинда) булырға тейешле граждандарҙың яуаплылыҡ кимәле ҡала.
Республикала ошондай шарттарҙа бөгөн 2991 кеше булырға тейеш, уларҙың 1441-е - Өфөлә. Баш ҡалала һәм республикала ошондай шарттарҙағы граждандарҙың хәлен һәм закондың үтәлешен тикшереү өсөн махсус эш төркөмдәре булдырыла башлаған. Ул социаль хеҙмәткәрҙән һәм көс структураһы вәкиленән тора. Бөгөн Өфөлә ошондай төркөмдәр 551 кешене тикшергән. Уларҙың 213-сө өйҙә булып сыҡҡан. Хәлдәре яҡшы, дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек етәрлек, тигәндәр. Ошо граждандарҙың 197-һе өйҙән бөтөнләй сыҡмаһа, 16 кешенең режимды боҙоуы, урамға ла сығып йөрөүе асыҡланған. Ә 211 кеше бөтөнләй йәшәгән урынында булмай сыҡҡан. Ә 126 кешенең хәбәр иткән адрестары буйынса йәшәмәүе билдәләнгән. Был мәғлүмәттәрҙе республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников еткерҙе.
Карантин режимын үҙаллы боҙған кешеләр тураһындағы мәғлүмәт хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм "Роспотребнадзор" идаралығына еткерелгән. Улар закон алдында яуап бирәсәк. Режимды һаҡлауҙы тикшереү эштәре рспубликала артабан да дауам итәсәк.
Әлеге ваҡытта карантин боҙоу насар эҙемтәләргә килтергән осраҡта, 80 мең һум штраф йәки бер йылға тиклем гражданды иркенән мәхрүм итеү кеүек яза ҡаралған. Ә инде граждандың социаль яуапһыҙлығы сәбәпле кемдер коронавирус инфекцияһынан вафат булһа, карантинды боҙоусының тимер рәшәткә артына биш йылға оҙатылыуы ихтимал. Шуға күрә, килеп тыуған шарттарҙа һәр ҡайһыбыҙға социаль яуаплылыҡ өҫтәлә.
Брифингта шулай уҡ транспорттағы санитар хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде. Иртәгәнән башлап барлыҡ транспорт, вокзал хеҙмәткәрҙәре битлек кейеп эшләй башлаясаҡ.
Шулай уҡ республикала 8 347 279 91 20 (күп каналлы, тәүлек әйләнәһенә эшләй), 8 347 286 58 27 һандары буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары эшләй, унда шылтыратып, коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған һорауҙарға яуап ала алаһығыҙ.
Фото: cdn.iz.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: