+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 14:00

Республика Башлығы район етәкселәренә тиҙ арала отпускынан сығырға ҡушты

Отпускыға киткән район һәм ҡала етәкселәре исемлегенә ғәжәпләнеп ҡарай.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошондай ҡатмарлы шарттарҙа республикаға иҡтисадты һаҡлап ҡалырға кәрәклеген белдерҙе. Республика етәксеһе беренсе вице-премьер Андрей Назаровҡа 26 мартта предприятиеларға һәм инфраструктураға булышлыҡ итеү буйынса документ әҙерләргә ҡушты. Хәҙер муниципалитет башлыҡтары инвесторҙар менән эшләргә һәм уларҙың хәле менән ҡыҙыҡһынырға тейеш, тип иҫәпләй Башҡортостан башлығы. Ләкин, Радий Хәбиров әйтеүенсә, ул отпускыға киткән район һәм ҡала етәкселәре исемлегенә ғәжәпләнеп ҡарай.
«Беҙҙә ғәҙәттән тыш хәл. Ни өсөн етәкселәр урындарында түгел? – тигән һорау бирҙе республика етәксеһе Александр Сидякинға. – Архангел районы – отпускыла. Иртәгә үк эштә ултырһын, Ауырғазы, Балтас, Бәләбәй һәм башҡа райондар. Угаров – карантинда. Бөтәһе лә миңә аңлатма һәм иртәнге сәғәт 8-ҙән эшләйбеҙ тип доклад яҙһындар».
Бынан алда «Башинформ» Өфө районы башлығының Европала отпускыла булып ҡайтҡандан һуң 14 көнгә карантинға сығыуы тураһында хәбәр иткәйне.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: