-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 18:30

Эшләгән студенттар ятаҡта ҡала, баҡсаға йөрөү – ирекле

Ата-әсәләр был хаҡта баҡса етәкселегенә хәбәр итергә тейеш

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында онлайн форматта ойошторолған сираттағы брифингта республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин уҡыу процесына, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙе.
Кешеләрҙе йәйге лагерҙар мәсьәләһе борсой, сөнки бәғзе берәүҙәр юлламалар һатып алып өлгөргән. Был мәсьәлә әлегә асыҡ ҡала, сөнки хәл көн дә үҙгәрә һәм ҡарар республикалағы ваҡиғаларға ҡарап хәл ителәсәк, тине ведомство вәкиле.
Республикалағы өҫтәмә белем биреү учреждениелары кисәгенән башлап эшмәкәрлеген туҡтатып торһа, балалар баҡсалары эшләүен дауам итә ине. Бөгөн иһә был йәһәттән дә ҡарар ҡабул ителгән: уларға йөрөү ирекле буласаҡ, йәғни ата-әсәнең мөмкинлеге булған осраҡта, баланы учреждениеға алып бармаҫҡа ла мөмкин. Ата-әсәләр был хаҡта баҡса етәкселегенә хәбәр итергә тейеш. Сара коронавирус инфекцияһы таралыу ихтималлығын иҫкәртеү өсөн күрелә.
Ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарының магистратураһында белем алған, бер үк ваҡытта колледждарҙа һәм мәктәптәрҙә эшләп тә йөрөгән студенттар ятаҡтарҙа йәшәү мөмкинлеге сикләнеүе өсөн борсолоп, ведомствоға мөрәжәғәт иткән. Мәғлүм булыуынса, инфекция таралыуҙы иҫкәртеү маҡсатында ятаҡтарҙан студенттар өйҙәренә ҡайтарылған. Был етемдәргә һәм сит ил граждандарына ғына ҡағылмай ине. Мәғариф министрлығында эшләп йөрөгән студенттар файҙаһына ҡарар ҡабул иткәндәр: улар ғариза яҙып, ятаҡта ҡалып эшен дауам итә ала.
Яҙғы каникул республикала 1 апрелгә тиклем дауам итә, 2 апрелдән балалар дистанцияла уҡыуға күсәсәк. Әлеге ваҡытта уҡытыусылар ошо шарттарҙа эшләү үҙенсәлектәрен өйрәнә.
Фото: pnp.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: