-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 18:40

Ташҡынға әҙербеҙме?

Кемдәргә хәүеф янай?


БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, быйыл ҡар ҡатламында һыу запасы аҙыраҡ булһа ла, йылғаларҙың “сюрприз” эшләүе ихтимал. Әгәр ҙә кинәт йылытһа, ер ирегән ҡарҙы тиҙ генә һеңдереп өлгөрмәйәсәк, шул сәбәпле һыу кимәленең ныҡ күтәрелеүе ихтимал.

Ташҡын үтә көслө булған осраҡта, республиканың 257 ауыл һәм ҡала биләмәһен һыу баҫыу ҡурҡынысы бар. Унда 80 меңдән ашыу кеше йәшәй. Иң ҙур хәүеф, әлбиттә, йылғаларға, һыу һаҡлағыстарға яҡын уйһыу ерҙәрҙә урынлашҡан ауыл-ҡалаларға янай. Әммә бығаса бер ҡасан да ташмаған бәләкәй йылғалар ҙа ярҙарынан сығыуы ихтимал, шуға күрә һәр ҡайһыбыҙға уяу булыу зарур. Һуңғы биш йылды алып ҡараһаҡ, һыубаҫар төбәктәр тип Белорет һәм Йәрмәкәй райондарын, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларын әйтергә була. Хәүефле биләмәләрҙең тулы исемлеге БР Хөкүмәтенең 2013 йылдың 30 ғин­уарында ҡабул ителгән “Гидрологик һәм гидродинамик күренештәр һәм процестар һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республика­һында һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған ауыл һәм ҡалалар реестрын раҫлау тураһын­да”ғы ҡарарында бирелгән. Был документты интернетта ла табырға мөмкин. Реестр йыл һайын үҙгәреп тора.

Һыуҙың яҡын булыуы – ташҡын ҡур­ҡынысы өсөн төп сәбәп, әммә башҡа хәүеф факторҙары ла етерлек. Мәҫәлән, йылға­ларҙағы тығын, һыу канауҙарының төҙөк булмауы ла хәлде ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал. Шуға күрә йәй, көҙ миҙгелдәрендә һыу ятҡылыҡтарының төбөн, йылғаларҙың үҙәнен таҙарталар, ярҙарҙы нығыталар, һыу үткәргес ҡоролмаларын тикшерәләр. Ташҡын алдынан быуаларҙағы һыуҙы ағыҙалар.

Шәхси секторҙа йәшәгән кешеләргә йорт янындағы һыу канауҙарын боҙҙан, сүп-сарҙан таҙартып ҡуйыу зарур.
Зыян күреүселәр ниндәй ярҙамға иҫәп тота ала?

Ташҡын осоронда республиканың ташҡын хәүефе янаған райондарында оператив төркөмдәр эшләйәсәк.

* Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл урынына кисекмәҫтән килеп етергә һәм һыу баҫҡан биләмәлә ҡалған кешеләрҙе эвакуацияларға тейеш.

* Әгәр бәләгә тарыусы өйөнән, сарҙаҡҡа сыға алмаһа, махсус ҡайыштар, арҡандар ҡулланыла, юлды ҡаплаған емереклектәр таҙартыла.

* Кәрәк булһа, шунда уҡ беренсе ярҙам күрһәтелә.

* Һыу баҫҡан урындағы халыҡты махсус техника менән ваҡытлыса ҡабул итеү пункттарына илтәләр, улар мәҙәниәт йорттарында, ятаҡтарҙа, мәктәптәрҙә, шифаханаларҙа урынлаша.

Урындағы хакимиәт халыҡты ҡуныр урын, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә тейеш. Был эштәргә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия етәкселек итә. Уның тарафынан күпме урын, ниндәй әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар кәрәклеге тураһында заявка әҙерләнә.
Читайте нас: