+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 11:30

Бөйөк әҙип иҫтәлегенә

Сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү планын төҙөү бурысы йөкмәтелә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында Указ сығарҙы.
Документҡа ярашлы ойоштороу комитеты төҙөлә. Уға сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү планын төҙөү бурысы йөкмәтелә.
Совет башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигының исеме республикабыҙҙа мәңгеләштерелгән. Башҡортостанда Ғафури районы бар, Өфөләге урамға һәм паркка, Башҡорт дәүләт академия драма театрына уның исеме бирелгән. Театр алдында әҙәбиәтсе һәм драматургка һәйкәл ҡуйылған.
Фото: ru.wikipedia.org
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: