-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 09:40

Тағы бер предприятие инфекциянан һаҡланыу сараһы етештерә башланы

Йыуырға, ҡайнатырға һәм үтекләгәндән һуң тағы файҙаланырға мөмкин.

Быға ойошманы битлектәргә ихтыяж юғары булыуы этәргән. Аҡ һәм ҡара төҫтәге һаҡланыу сараһы мөмкинлектәре хаҡында киләһе яҙмала.
Быға тиклем кейем, донъяла эпидемия ваҡытында - көнөнә 7 мең медицина маскаһы. «Ишембай трикотаж»ы күп тапҡыр ҡуллана торған битлектәрҙе тегеүҙе шунда уҡ яйға һалған. Һаҡланыу сараһы ике төҫтә тегелә. Аҡ һәм ҡара. Сәнәғәт предприятиелары ҡараһына өҫтөнлөк бирә. Йомшаҡ трикотаждан тегелгән битлек ике ҡатлы, уның аша тын алыу еңел.
Битлек тегеү цех эшмәкәрлегенә ҙур үҙгәрештәр индермәгән. Төп заказсылар – Ишембай ойошмалары һәм республиканың башҡа ҡалалары. Шулай уҡ Мәскәү өлкәһе, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһына ебәрелә. Бер битлек хаҡы 30 һум.
Тәүлегенә 15 мең битлек тегеп өлгөрә алабыҙ. Тегенселәргә ял көндәрендә сығырға тәҡдим итәбеҙ, эш көнөнән һуң сәғәт ярымға ҡалып эшләргә мөмкин.
Дмитрий Лысенко, яуаплылығы сикләнгән «Ишембай трикотаж» ойошмаһы генераль директоры.
Төргәктәргә һалынғансы тауарҙың сифаты ентекле тикшерелә. Бер тапҡыр кейә торған битлектәр кеүек үк был маскаларҙы ике-өс сәғәттән ашыу кейеп йөрөргә ярамай. Һабын менән йыуырға, ҡайнатырға һәм үтекләгәндән һуң тағы файҙаланырға мөмкин.
Читайте нас: