Владимир Путин илдәге социаль-иҡтисади хәлдәргә лә туҡталды. Ғаиләлә өс йәшлек балаһы булғандарға ай һайын 5 мең һум түләнә, ауырыу сәбәпле ялға киткәндәргә кәмендә минималь хеҙмәт хаҡына ярашлы аҡса бирелә, эшһеҙлек буйынса пособие 12 мең һумғаса етәсәк. Бынан тыш, Владимир Путин “кредит каникулы” иғлан итте.