-31 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
27 Марта 2020, 11:25

Фольклориада киләһе йылға күсерелә

Ҡатнашыу өсөн донъяның 80-гә яҡын иленән ғариза килде.

Коронавирус пандемияһына бәйле быйыл халыҡ-ара традицион культура фестивале — VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарылмай. Республика башлығы Радий Хәбиров төп киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа ошо турала хәбәр итте.
Башҡортостан Хөкүмәтенә CIOFF халыҡ-ара ойошмаһынан күсереү тураһында рәсми тәҡдим килде. Бөтә донъя фольклоридаһы 2021 йылға күсерелә.
«Июль аҙағында үтергә тейеш булһа ла, киләһе йылға күсерелә. Коронавирус бер айҙа бөтөр тип уйларға ярамай. Быға күберәк ваҡыт кәрәк», — тип хәбәр итте республика башлығы.
Башҡортостан Республикаһы халыҡ-ара мәҙәни сараға бер нисә йыл әҙерләнде. VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем үтергә тейеш ине. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн донъяның 80-гә яҡын иленән ғариза килде.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в