Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә аҙналыҡ кәңәшмә үткәрҙе. Унда перспективалы проекттар, атап әйткәндә, төбәктә антисептик саралар етештереү проекты хуплау тапты.
Проекттың инициаторы, “Торгпромупаковка” компанияһы директоры Руслан Фәйзуллин ошо көндәрҙә төбәк етәксеһенә Башҡортостанда этил спирты нигеҙендә дезинфекциялау саралары сығарыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәйне. Инвестор Өфө биләмәһендәге производствоға 30 миллион һум аҡса йүнәлтергә әҙер.
– “Инвестиция сәғәте”нә тиҙ арала эләгә алыуыбыҙға аптырап ҡалдыҡ, – тине Руслан Фәйзуллин. – Етештереүҙе ойоштороу өсөн рөхсәт документтарын алыу һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн субсидиялау йәһәтенән ярҙам кәрәк.
Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә проектҡа булышлыҡ итергә, шул иҫәптән юл картаһын төҙөүҙә ярҙам күрһәтергә ҡушты.
– Башҡортостан иҡтисадына инвестиция һалырға һәм халыҡҡа кәрәкле производство асырға әҙер булһағыҙ, рәхим итегеҙ! Һеҙгә һәр яҡлап ярҙам итербеҙ, – тине Радий Хәбиров.
“Тере һыу” йәмғиәтенең финанс директоры Тимур Күскилдин Ғафури районындағы “Красноусол” эсәр һәм минераль һыуын етештереүҙе үҫтереү ниәтен белдерҙе.
– Продукциябыҙҙы Рәсәй баҙарына сығарырға, федераль селтәрҙәр, ҡойоу автоматтары аша һатырға теләйбеҙ. Ошо рәүешле республиканың күп кенә райондарын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итә алабыҙ, – тине ул.
Проект өҫтөнлөклөләр статусын алды. Уға шулай уҡ һалым ташламаһы бирелә.
Автор: Лилия Давлетбакова