+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 19:00

Күп функциялы үҙәктәр бер аҙнаға ҡабул итеүҙе туҡтата

Шәхси кабинетта, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында алдан яҙылырға мөмкин.

30 марттан Башҡортостандың бөтә күп функциялы үҙәктәре үҙ эшен туҡтата. Коронавирус таралмаһын өсөн документтар ҡабул итеү һәм тапшырыу 3 апрелгә хәтлем туҡтатыла. Бындай ҡарар президенттың илдә эшләмәгән көндәр тураһындағы указына ярашлы ҡабул ителде, тип хәбәр ителә күп функциялы үҙәктең рәсми сайтында.
Әле үк рәсми сайттағы шәхси кабинетта, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында 4 апрелдән ҡабул итеүгә алдан яҙылырға мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: