+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 11:20

Карантин ваҡытында кафе-ресторандар эшләйме-юҡмы

Республика башлығы указдарында учреждениеларҙы ябыу тураһында яҙылмаған

Бөгөн республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының биләмәне санитар һаҡлау бүлеге етәксеһе Олег Мәүлитов карантин ваҡытында кафе-ресторандар эшләйме-юҡмы икәне хаҡында һөйләне.
«Роспотребнадзорҙың бер документында ла, республика башлығы указдарында ла ошо учреждениеларҙы ябыу тураһында яҙылмаған. Ресторандар һәм башҡа учреждениелар эпидемиологик яҡтан хәүефле объекттарға ҡарамай. Уларҙа кеше аҙ, ә тыйыу 50-нән күберәк кеше булған осраҡта ғәмәлдә», — тип билдәләне ведомство вәкиле.
Гөлфиә Акулова
Читайте нас: