+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 12:30

600 миллион һумды үҙләштергәндәр...

Зыян күргәндәрҙең бөтәһе лә ғариза менән мөрәжәғәт итеп бөтмәгән

Башҡортостанда тәфтишселәр, финанс пирамидаһы ойоштороп, дүрт меңләп кешене алдаған "Инвестсоцвклад" ҡулланыусылар кооперативы етәксеһенә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Ул үҙенең ярҙамсыһы менән кешеләрҙең 600 миллион һум аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Был сумманың күберәк булыуы ла ихтимал, тиҙәр, сөнки зыян күргәндәрҙең бөтәһе лә ғариза менән мөрәжәғәт итеп бөтмәгән.
Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ойошманың элекке етәксеһе менән уның ярҙамсыһы, күпмелер күләмдә процент буласағын вәғәҙәләп, граждандарҙың аҡса һаҡламдарын йыя. Был бер ниндәй ҙә кредит ойошмаһы түгел, уға лицензияһы юҡ. Артабан мутлашыусылар граждандарға тейешле аҡсаны түләмәй, уны үҙ маҡсаттарында тотона.
Компанияның филиалдары, Өфөнән тыш, республиканың тағы бер нисә ҙур ҡалаһында урынлашҡан.

Аҡса үҙләштереүселәр мутлашыуҙа ғәйепләнеп һаҡ аҫтына алынған, тикшереү дауам итә. Зыян күргәндәр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының төп тәфтиш идаралығына хәбәр итә ала.
Фото: usgg.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: