+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 12:40

Нисек битлек тегергә?

Үҙең теккән битлекте күпме кейергә мөмкин?

Өй шарттарында битлек тегеү өсөн 36х20 см ҙурлыҡтағы туҡыма киҫәге кәрәк буласаҡ. Туҡыма төрҙәренән ябай кизе-мамыҡ, фланель, вискоза, флис һ.б. бара. Әгәр марлянан тегергә уйлаһағыҙ, ул кәмендә биш-алты ҡатлы булырға тейеш, хатта һигеҙ итергә мөмкин. Шулай уҡ ваҡытта ике-өс ҡатлы итеп, уртаһына мамыҡ ҡатламы һалырға була.
Туҡыманан тегелгәнен өс ҡатлы итергә кәңәш бирәләр. Был осраҡта ике яғынан ябай туҡыма уртаһына вискоза ҡуйырға мөмкин. Әгәр флис кеүек ҡалын туҡыма һайлаһағыҙ, эске яғына бер ҡат кизе-мамыҡ ҡуйыу ҙа етә.
Битлек мотлаҡ танауҙы, ауыҙҙы һәм эйәкте ҡапларға тейеш. Тын алыу уңайлы булһын өсөн гармун күреге кеүек дүрт-биш бөгәр яһағыҙ.
Битлекте эләктереү ысулын төрлө яһай алаһығыҙ: суҡлап бәйләп ҡуйырлыҡ бау йәки ҡолаҡҡа кейҙерерлек итеп резинка тегергә мөмкин.
Тегеп бөткәс, мотлаҡ йыуып үтекләгеҙ.
Үҙең теккән битлекте күпме кейергә мөмкин? Был йәһәттән белгестәрҙең фекере бер аҙ айырыла. Әммә күптәр нисә ҡат туҡыма – шунса сәғәт мөмкин тигән ҡарашта. Бында туҡыманың ҡалынлығы ла роль уйнай, мәҫәлән, флис кеүек ҡалын туҡыма бер нисә ҡат марляға торошло. Шулай ҙа һаҡлыҡ өсөн туҡыма битлектәрҙе 3-4 сәғәттән ашыу кеймәҫкә кәңәш итәләр. Ҡулланылған битлекте йылы һыу, һабын менән йыуып, яҡшы итеп киптерергә һәм үтекләргә кәрәк.
Фото: postila.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: