+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 22:30

Бѳгѳн киске сәғәт 8-ҙән ѳйҙән сығыу тыйыла

Бѳтә транспорт сараларының да юл ҡағыҙҙары булыуы мѳһим

Республика Башлығы Радий Хәбиров Хѳкүмәт, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары һәм башҡа ведомство етәкселәре менән уҙғарған видеоконференцияла Башҡортостанда ѳйҙә ҡалыу буйынса режимдың ҡасанға тиклем дауам итәсәгенең аҙна аҙағында билдәле буласағы тураһында белдерҙе.

Шулай уҡ бѳгѳн 20.00 сәғәттә Башҡортостан Башлығының республика халҡын тулыһынса ѳйҙә ҡалдырыу тураһындағы указы кѳсѳнә инде.

- Был указды ваҡытһыҙ индерәбеҙ. Республика кимәлендәге хәлде күҙәтеп анализлағандан һуң, аҙна аҙағында уның сиген билдәләйәсәкбеҙ. Әлегә 6 апрель булыр тигән фараз бар. Әммә, айырып әйтәм, һуңғы ҡарарҙы хәл торошонан сығып ҡабул итәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе муниципалитеттарға иҡтисади кѳрсѳккә бәйле бюджетты яңынан ҡарарға ҡушты.

- Бының эҙемтәләре мотлаҡ буласаҡ. Резервтарҙа мохтажлыҡ кисерәсәкбеҙ, ә беҙҙең ѳҫтәмә сығымдар мотлаҡ буласаҡ. Иң ҡурҡыныс мәсьәләләрҙең береһе – эшһеҙлек буласаҡ. Кисә генә Ѳфѳ хакимиәте башлығы менән ихтыяж булмаған сығымдарҙы ҡырҡыу мѳмкинлеге тураһында һѳйләштек. Бер-ике йылда тормошҡа ашырыу планлаштырылған проекттар ҙа бар. Хәҙер улар алына, тик мѳһимдәре генә тороп ҡала, - тип республика Башлығы Финанс министрлығына муниципаль финанс идаралыҡтарына методик ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Граждандарҙың ѳйҙә ултырыуын күҙәтеүҙә тотоуға халыҡ дружиналарын йәлеп итәсәктәр. Бынан тыш, хәрби хеҙмәт үткәндәр, хәрби туғанлыҡ һәм Чечня, Афғанстан яуҙары ветерандары ойошмалары ла ярҙамға киләсәк. Дружинасыларға мотлаҡ статус бирелергә, улар инструктаж үтергә тейеш, шулай уҡ улар тик полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә сығырға бурыслы. Дружинасыларҙың тѳп бурысы – халыҡҡа ѳйҙә ултырыу мѳһимлеген аңлатыу эше алып барыу.

Дауаханаларҙа һәм магазиндарҙа 1,5 метр ара тотоу мѳһимлеген тағы ла берҙе иҫкәртте етәксе. Ѳфѳлә ѳйҙә ҡалыу талап ителгән осорҙа индереләсәк пропуск системаһы тураһында положение әҙер, тип белдерҙе Ѳлфәт Мостафин. Ошо маҡсатта дәүләт идаралығы органдары, муниципаль предприятие һәм учреждениелар ѳсѳн шәхси һәм транспорт пластик карталар ѳлгѳләре әҙерләнгән. Уларҙың махсус һандары ла бар. Пропусктар биреү менән махсус тѳркѳм эшләй. Мәғлүмәтте 8-917-800-37-68, 8-917-800-37-53 телефондары аша алырға мѳмкин. Пропусктар 1 апрелдән бирелә башлай.

Әҙерләнгән положение буйынса, кешенең урамда булыуы предприятиеһы етәксеһенең “ошо осорҙа туҡтауһыҙ режимда эшләү тураһында"ғы эске документы менән раҫланырға тейеш. Бѳтә транспорт сараларының да юл ҡағыҙҙары булыуы мѳһим.

Видеоконференцияла енәйәтселеккә юл ҡуймау мәсьәләһенә лә туҡталдылар. Тѳндә урам уттарын һүндермәҫкә ҡушылды. Әгәр ҡараңғы булһа, бурҙар әүҙемләшәсәк, бының ѳсѳн полиция ғына түгел, ә муниципалитеттар ҙа яуап бирәсәк, тине республика Башлығы.

Кәңәшмәлә мохтаждарға аҙыҡ-түлек фондын булдырыу ҡушылды. Шулай уҡ мәктәптә социаль туҡланыу менән тәьмин ителгән балаларҙың ѳйѳнә аҙыҡ-түлек тупланмаһы килтерәсәктәр.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: