+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 15:00

Балаларға ҡурҡыныс янамаһын!

Йыл башынан беҙҙең районда 18 янғын сыҡҡан

Билдәле булыуынса, янғындарҙың күпселек өлөшө ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында сыға. Өлкәндәр ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгәндә балалар хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ инде. Мәктәп каникулдары һәм карантин осоронда, балалар мәжбүри рәүештә өйҙә булғанда, янғын хәүефһеҙлеге темаһы айырыуса актуаль.
Ошо көндәрҙә Бүздәк районы ауылдарының береһендә йортта янғын сыға. Унда ике бәләкәй бала зыян күрә. Үтеп барыусы водитель йорт янғанын күреп ҡалып, балаларҙың береһен уттан алып сыға, икенсеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк була.
Йыл башынан беҙҙең район территорияһында 18 янғын сыҡҡан. Унда бер кеше үлгән, бер кеше йәрәхәттәр алған.
Ошо айҡанлы ата-әсәләргә мөрәжәғәт итәбеҙ:
Балаларҙың өйҙә үҙҙәрен генә ҡалдырмағыҙ, бикләп китмәгеҙ.
Шырпыны, тоҡандырғыстарҙы, еңел тоҡанып китеүсән шыйыҡсаларҙы, шулай уҡ дарыуҙарҙы, көнкүреш химияһын йырағыраҡ йәшерегеҙ.
Балаларға газ һәм электр приборҙары менән ҡулланырға, мейес тоҡандырырға рөхсәт итмәгеҙ.
Ут сыҡҡан осраҡта нимә эшләргә кәрәклеген аңлатығыҙ.
Янғын сыға ҡалһа, шкаф эсенә, карауат аҫтына ҡасырға ярамағанлығын аңлатығыҙ, сөнки был уларҙы эҙләп табыуҙы ҡатмарлаштыра.
Һәр бала үҙе йәшәгән йорт адресын, экстрен хеҙмәттәр саҡырыу телефонын белергә тейеш.
А. Байков, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Дәүләкән район-ара бүлеге инспекторы.
Читайте нас: