«Тарихи ғәҙеллек тергеҙелде. Был хаҡта мин бала саҡтан хыяллана инем. 1958 йылда Семен Буденый яҙған мөрәжәғәттән башлап, был эш һәр саҡ тотҡарланып килде. Сәбәптәре төрлө булды. Иң мөһиме - Миңлеғәле Шайморатов - легендар командир, тормошо иң яҡшы фильмдар сценарийына торошло шәхес үлгәндән һуң Герой исеме алды», тип яҙған Радий Хәбиров.