Радий Хәбиров ҡул биреп күрешеүҙе лә тыйырға ҡушты. Әлеге ваҡытта вирус таратыуҙың һәр бер алымын сикләү мөһим, ә иҫәнләшеү сирҙе йоҡтороу юлы булып тора. Бынан тыш сауҙа үҙәктәренә ҡарата тағы ла өҫтәмә талаптар ҡаралған, хәҙер фуд-корттарҙы, йәғни бер нисә кафены үҙ эсенә алған туҡланыу биләмәләрен ябыу ҡарала. Сөнки уларҙа халыҡтың күпләп йыйылыуы күҙәтелә. Республика башлығы әйтеүенсә, коронавирус беҙҙә таралмаясаҡ тип инаныу дөрөҫ түгел, сирҙең йәйелеү тиҙлеге көслө. Уға булышлыҡ итеүселәр ҙә юҡ түгел, мәҫәлән, антикарантин дискотекаһы ойоштороусылар. Радий Хәбиров режимды һанға һуҡмаусыларҙың һәр береһен яуаплылыҡҡа тарттырыу бурысын ҡуйҙы. Киләсәктә Башҡортостандың тулы изоляция режимына күсеүе лә ихтимал, Мәскәүҙәге һымаҡ.