+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 22:45

Республика буйынса хәрәкәт махсус пропусктарға ярашлы буласаҡ

«Башавтотранс»тың башҡа төбәктәргә хәрәкәте ябыла

Юл йөрөү хоҡуғы биргән документты муниципаль берәмектәрҙең хакимиәттәре тарата. Был категорияға биш төркөм ҡарай. Әммә белгестәр тулы изоляция индерелеүгә ҡарамаҫтан, һаҡланыу сараларын инҡар итмәҫкә саҡыра. Был турала Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифингта ла белдерелде.
Шаулап-гөрләп торған урамдар тын ҡалырға тейеш, республикала тулы изоляция режимы индерелә. «Башавтотранс»тың башҡа төбәктәргә хәрәкәте ябыла, район-ҡалаларға маршруттар кәметелә. Үҙ транспортыңда хәрәкәт итеү өсөн сикләүҙәр юҡ, әммә сәбәп булғанда ғына.
Изоляция ҡағиҙәләре биш категорияға ҡағылмай. Ашығыс ярҙам талап ителеүселәргә, эргәләге магазинға аҙыҡ-түлек, йә дарыу артынан сығыусыларға, йәшәгән ерҙәренән 100 метр алыҫҡа китмәй йорт хайуандары менән йөрөүселәргә, өй янындағы контейнерға сүп-сар сығарыусыларға. Иң мөһиме бишенсе пункт, был төркөмгә эшләп йөрөүселәр инә. Миҫал өсөн, медицина учреждениелары, хоҡуҡ һаҡлау, власть органдары хеҙмәткәрҙәре, йәғни карантин режимы ҡағылмағандар.
Әммә тулы изоляция ғына сиргә кәртә була алмай. Коронавирусты таратмау өсөн һәр кемдең үҙенең, яҡындарының һаулығына яуаплы ҡарауы, һаҡланыу талаптарын үтәүе мотлаҡ. Уларҙың бер ҡатмарлығы ла юҡ, ябай ғына шарттар. Кешеләр менән метр ярым дистанция һаҡлау, маска һәм бирсәткәләр кейеү, ҡулаҡса менән түгел, банк картаһы менән иҫәпләшеү, ҡулдарҙы йышыраҡ йыуыу, ҡул менән биткә теймәү. Ошо көндәлек ябай ғына ҡағиҙәләр беҙҙе сирҙән аралау ҡөҙрәтенә эйә.
Белгестәр уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәңәш итә, изоляция режимы индереү һаҡлыҡ сараларының береһе. Уны инҡар итеүселәргә ҡарата протокол төҙөләсәк. Ә бына карантин режимын боҙоусыларҙың ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе лә ихтимал, был хаҡтағы ҡануни документ Дәүләт Думаһында ҡабул ителде.
Читайте нас: