-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 16:00

Түләү арттырылды

Пенсия фонды апрель уртаһынан сертификаттарҙы ҡайтанан ҡарай башлай, граждандарға килеп йөрөргә кәрәкмәй.

2020 йылдың 1 мартында 35-се федераль закон көсөнә инеү айҡанлы, 2020 йылдың 1 ғинуарынан икенсе балаға 466617 һум күләмендә дәүләт сертификаты алған ғаиләләргә түләү 150 мең һумға арттырылды.
Әсәлек капиталы күләмен арттырыу элек бирелгән сертификатты алыштырыуҙы талап итмәй. Уны Рәсәй Пенсия фонды сайтында «Шәхси кабинет»та йәиһә Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡарарға мөмкин.
2020 йылда әсәлек капиталы суммаһы түбәндәгесә:
446617 һум – 20201 йылдың 1 ғинуарынан, 2019 йылдың 31 ғинуарын да индереп, беренсе һәм икенсе һәм артабанғы балалар тыуғанда (уллыҡҡа алғанда);
616617 һум – тәүге сабыйҙары 2019 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған булһа, 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң икенсе балалары тыуғанда (уллыҡҡа алғанда); шулай уҡ әгәр элек әсәлек капиталына хоҡуҡтары булмаһа, йәғни тәүге ике балалары 2007 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған булһа, 2020 йылдың 1 ғинуарынан өсөнсө сабыйҙары тыуғанда (уллыҡҡа алғанда).
Пенсия фонды апрель уртаһынан сертификаттарҙы ҡайтанан ҡарай башлай, граждандарға килеп йөрөргә кәрәкмәй.
Рәсәй Пенсия фондының Дәүләкән ҡалаһы һәм районындағы идаралығы.
Читайте нас: