+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 18:30

Ауыл хеҙмәтсәндәре баҫыуға сыҡты

Ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләнде туҡландырыу, тырматыу бара.

Республикала тәүгеләрҙән булып Бүздәк районы хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәрен башланы. Әлегә ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләнде туҡландырыу, яландарҙы тырматыу бара. Яҙ иртә килде, ҡырға ике аҙнаға иртәрәк сыҡтыҡ, ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рим Ноғоманов.
Коронавирус пандемияһы сәбәпле хужалыҡтарға сикләү шарттары ҡағылмай. Радий Хәбиров сәсеүҙе юғары кимәлдә үткәрергә ҡушты. Иҡтисад үҫеше өсөн бүленгән 15 миллиард һумдың 2 миллиардҡа яҡыны агросәнәғәт комплексына йүнәлтелә. Ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар алыуға субсидия бирелә. Республика Башлығы мөмкин тиклем күберәк сәсергә, мул уңышҡа өмөтләнергә кәрәк, тип белдерҙе. Быйыл яҙғы баҫыу эштәре өсөн 13 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә.
Читайте нас: