“Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ: күп тапҡыр ҡулланыла торған битлектәрҙе эшкәрткәс кенә тағы ҡулланырға мөмкин. Йорт шарттарында уны һабын йәки порошок менән йыуғас, мотлаҡ пар сығара торған функцияһы булған үтек йәки парагенератор менән эшкәртергә кәрәк.
Битлек еүеш булырға тейеш түгел, шуға күрә уны кипкәнсе йәнә бер тапҡыр пар сығармай ғына үтекләү зарур. Битлектәрҙе 2-3 сәғәт туҡтауһыҙ ҡулланғандан һуң алмаштырыр кәрәк. Бер тапҡыр ҡулланыла торған һаҡланыу сараһын айырым пакетҡа һалып, герметик итеп япҡас ҡына, сүп-сар һауытына ташларға мөмкин”, - тиелә ведомство сайтындағы мәғлүмәттә.