+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 16:40

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында брифинг башлана

Ул коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләренә һәм төбәктәге хәлгә бағышлана.

Ул коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләренә һәм төбәктәге хәлгә бағышлана. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы брифинг барышын тура эфирҙа күрһәтә. Әле Башҡортостан дауаханаларында 100-ҙән ашыу пациент, шул иҫәптән 20-гә яҡын бала һәм үҫмер табиптар күҙәтеүе аҫтында ҡала.
Башҡортостанда коронавирус менән зарарланыусылар 8-гә етте. Һуңғы тәүлектә бер кеше өҫтәлгән. Инфекция йоҡтороусы Күмертауҙа асыҡланған. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов белдерҙе. Күмертауҙа йәшәгән 67 йәшлек ҡатындың коронавирус йоҡтороуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ул Европала булып ҡайтҡас, сирләп киткән. Инфекция менән зарарланған икенсе кеше хаҡында әлегә мәғлүмәт юҡ.
Оператив яңылыҡтар менән стопкоронавирус.рф сайтында танышырға була. Республикала күп каналлы һәм тәүлек әйләнәһе асыҡ булған ҡыҙыу бәйләнеш телефоны эшләй. Уның һандары: 279-91-20, Өфөнөң коды – 347.
Читайте нас: