-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 15:45

Республикала алкоголь һатыу сикләнә

Алкоголде тыйыу 2 апрелдән башлана

Башҡортостан биләмәһендә, шул иҫәптән һырахана, кафе һәм ресторандарҙа 18 сәғәттән иртәнге сәғәт унға тиклем алкоголь һатыу сикләнә. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
“Киске сәғәттәрҙә спиртлы эсемлек алырға барыу яҡшыға түгел. Бер үк ваҡытта рөхсәтһеҙ араҡы һатыуға ҡаршы көрәш тә көсәйтелә. Кемгә оҡшамай икән, ғәфү итегеҙ”, - тип билдәләгән Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы Указы буйынса, алкоголде тыйыу 2 апрелдән “Юғары әҙерлек тәртибе” тамамланғанға тиклем ғәмәлдә була.
Читайте нас: