Кисә киске сәғәт 8-ҙә Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн изоляция тәртибе индерелде. Указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Республика башлығы 18 сәғәттән иртәнге сәғәт 10-ға тиклем алкоголь һатыуҙы сикләне. Иҫерткес эсемлектәрҙе тыйыу бөгөндән башлап “Юғары әҙерлек тәртибе” тамамланғанға тиклем ғәмәлдә була.