-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 16:00

Социаль пособие алыу өсөн бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй

Пособиеларҙы артабан түләү тәртибе автоматик рәүештә оҙайтыла.

Онлайн-брифингта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Татьяна Глухова ошо турала белдерҙе. Социаль пособиеларҙы артабан түләү тәртибе автоматик рәүештә оҙайтыла.
Республикала изоляция шарттарында халыҡҡа өйҙәренән сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Магазинға аҙыҡ-түлек артынан ғына барырға мөмкин. Ололарға урамға бөтөнләй сығырға ярамай. Аҙыҡ-түлек, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы уларға волонтерҙар, социаль хеҙмәткәрҙәр алып килә. Вице-премьер – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, изоляция шарттарында ярҙамға һәр кем мөрәжәғәт итә ала.
Волонтерҙарҙы саҡыртыу йәки башҡа мәсьәләләр буйынса 8-800-775-00-14 телефонына шылтыратырға була
Читайте нас: