Рәсәйҙә күптән инде экология өлкәһендә ҡырҡа үҙгәрештәр талап ителә. Иң ҙур бәләләр:
- һауаның, һыуҙың, ерҙең бысраныуы
- айырыуса һаҡланған биләмәләрҙе юҡҡа сығарыу һәм браконьерлыҡ
Экологик бысраныу арҡаһында илдә ауырыу кешеләр һаны арта. Сибай, Силәбе, Тагил, Красноярск һәм башҡа күп ҡалаларҙа таҙа һауаға мохтаждар.
Экологик енәйәттәр өсөн яуаплылыҡты Төп законда нығытырға кәрәк.