+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 18:00

Юлаевсылар өсөнсө еңеү яуланы

Өфө хоккейсылары серияла 3-0 иҫәбенә алда бара

Континенталь хоккей лигаһы плей-офҡа сыҡҡан командалар араһында виртуаль уйындар үткәрә. Сирек финалда “Салауат Юлаев” Ҡазандан “Аҡ Барыҫ” менән осраша. Уйында еңеүсе тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса асыҡлана.
Өс виртуаль осрашыуҙан һуң, Өфө хоккейсылары серияла 3-0 иҫәбенә алда бара. Командалар араһында дүртенсе уйын иртәгә үтә. Унда юлаевсылар еңгән осраҡта, ярым финалға сыға. Тауыш биреү "Бәйләнештә" социаль селтәрендә “Континенталь хоккей лигаһы” төркөмөндә ойошторолған.
Читайте нас: