Күгәрсен районында ойошторолған сираттағы рейд барышында инспекторҙар ылыҫлы ағас тейәгән 6 йөк автомобилен тикшергән. Әммә 5 водителдең рөхсәт ҡағыҙҙары тәртиптә булмауы асыҡланған. Закон боҙоусылар тиҙ арала билдәләүҙә Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы ярҙамға килгән.