+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 18:10

Ялған хәбәр өсөн штраф

Авторы асыҡланған, уға 15 мең һум штраф һалынған.

Башҡортостанда социаль селтәрҙә коронавирус тураһында ялған мәғлүмәт урынлаштырған өсөн Салауат ҡалаһында йәшәүсе ҡатынға штраф һалынған.
Республика Эске эштәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, ханым ҡалала COVID - 19 менән 2 кеше сирләй, тигән комментарий ҡалдырған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре комментарий авторын асыҡлаған. Ҡатын ғәйебен таныған, уға 15 мең һум штраф һалынған.
Читайте нас: